Тесты за 5 класс по башкирскому языку и литературе

1
0
Материал опубликован 11 April 2023


Управление образования Администрации Октябрьского района городского округа г.Уфа Республики Башкортостан

Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение

«Башкирский лицей № 136 имени М.Искужина»







Тесты за 5 класс

по башкирскому языку и литературы

(на башкирском языке)







Яруллина Рима Кимовна

учитель башкирского языка и литературы

МАОУ Башкирский лицей №136 им М. Искужина

89177797755

r-yarullina@mail.ru










Уфа - 2023

5 класс, башҡорт теле

1-се сирек

1. Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр ҡуш тартынҡыға бөткән?

а) космонавҡа, отрядҡа б) гимназиста, лозунгыла в)металды, килограмды

Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең әйәреүсе һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән: көҙгө ҡояш, матур тормош, яҡшы уҡыусы.

а) исемдән б) сифаттан в) рәүештән

3. Ҡайһы һөйләм өндәү һөйләм булып килә?

а) Өйгә эшеңде эшләнеңме б) Дәрестәр бөттө в) Өйгә эшеңде эшлә

Бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһы тарҡау?

а) Балалар йылмая. б) Балалар наҙлы ҡояш нурына йылмая.

Ауылда көҙгө эштәр яңы ғына тамамланды.” Был һөйләмдә ҡайһы һүҙ аныҡлаусы булып килгән?

а) ауылда б) көҙгө в) эштәр г) яңы ғына д) тамамланғайны

Рәшит һәр китапты мауығып уҡый.” Был һөйләмдә ҡайһы һүҙ тултырыусы булып килгән?

а) Рәшит б) китапты в) һәр г) мауығып д) уҡый

Көҙөн күл тирәһе матурлығын юғалтты.” Был һөйләмдә ҡайһы һүҙ хәл булып килгән?

а) күл тирәһе б) көҙөн в) матурлығын г) юғалтты

Уҡыусылар шиғыр һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр” һөйләмендә ҡайһы киҫәк тиң булып килгән?

а) эйә б) хәбәр в) аныҡлаусы г) тултырыусы д) хәл

Гүзәл китаптарын, дәфтәрҙәрен порфеленә һалды” һөйләмендә ҡайһы киҫәк тиң булып килгән?

а) эйә б) хәбәр в) аныҡлаусы г) тултырыусы д) хәл

Айгөл менән Гүзәл сәхнәлә матур итеп бейенеләр” һөйләмендә ҡайһы киҫәк тиң булып килгән?

а) эйә б) хәбәр в) аныҡлаусы г) тултырыусы д) хәл

11.“Яланда, болонда, ҡырҙарҙа төрлө-төрлө сәсәкәләр үҫә” һөйләмендә ҡайһы киҫәк тиң булып килгән?

а) эйә б) хәбәр в) аныҡлаусы г) тултырыусы д) хәл

Көләс, шат, һөйкөмлө балалар сәхнәне бер итеп бейенеләр” һөйләмендә ҡайһы киҫәк тиң булып килгән?

а) эйә б) хәбәр в) аныҡлаусы г) тултырыусы д) хәл

Малайҙар, ҡайҙа бараһығыҙ?” Ошо һөйләмдә ҡайһы һүҙ өндәш һүҙ?

а) малайҙар б) ҡыҙҙар в) бараһығыҙ г) ҡайҙа д) һораны

14. “Һаумыһығыҙ!” - тине уҡытыусы. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй өлөшөн тәшкил итә?

а) тура телмәр б) автор һүҙе в) өндәш һүҙ

2-се сирек

Телмәр өндәрен ниндәй фән өйрәнә?

а) фонетика б) графика в) лексика

Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

а) 40 б) 41 в) 42

Ниндәй хәрефтәр ике өндө белдерәләр?

а) я,е,е,ю б) в, у, ү в) ш,щ,ч

Башҡорт һүҙҙәрендә “э” хәрефе ҡайһы урында яҙыла?

а) һүҙ башында б) һүҙ уртаһында в) һүҙ аҙағында

Әсәй һүҙендә “ә” ниндәй өн?

а) тартынҡы б) һуҙынҡы в) талғын

Әсәй һүҙендә “с” ниндәй өн?

а) тартынҡы б) һуҙынҡы в) талғын

Әсәй һүҙендә “й” ниндәй өн?

а) тартынҡы б) һуҙынҡы в) талғын

Иренләш һуҙынҡыларҙы билдәлә.

а) ә, и, а б) о, ө, у, ү в) ы, э,

Тау һүҙендә “у” ниндәй өн?

а) тартынҡы б) һуҙынҡы в) талғын

Дөрөҫ яҙылған рәтте тап.

а) болоттоң, фотоноң б) төҙөлөште, совхозды в) төлкөнө, докторҙы

Башҡорт һүҙҙәрендә баҫым күпселек осраҡта ҡайһы ижеккә төшә?

а) беренсе ижеккә б) һуңғы ижеккә в) һүҙ уртаһындағы ижеккә

Күп мәғәнәле һүҙҙе тап.

а) кеше б) йөҙ в) ҡул

Күсмә мәғәнәле һүҙбәйләнеште тап.

а) йомшаҡ яҫтыҡ б) йомшаҡ мамыҡ в) йомшаҡ күңел

Матур, сибәр, һылыу апайым матурлыҡ конкурсында ҡатнаша.” Был һөйләмдә матур, сибәр, һылыу ниндәй һүҙҙәр?

а) синонимдар б) антонимдар в) омонимдар

Өләсәйем май айында май яҙа.” Был һөйләмдә ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр нисек атала?

а) синонимдар б) антонимдар в) омонимдар

Яҡшылыҡ яманлыҡты барыбер еңә.” Был һөйләмдә ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәр нисек атала?

а) синонимдар б) антонимдар в) омонимдар

3-сө сирек

Һүҙҙең тулы мәғәнә аңлатыусы бүленмәй торған иң бәләкәй өлөшөн ..... тип атайҙар. Нөктәләр урынына дөрөҫ һүҙ өҫтә.

а) тамыр б) ялғау

Баш, башлы, башлыҡ һүҙҙәренең баш өлөшө нисек атала?

а) тамыр б) ялғау

Күҙ-ле, күҙ-лек, күҙ-ләү һүҙҙәренең икенсе өлөшө нисек атала?

а) тамыр б) ялғау

Ерле, ерһеҙ, ерлек. Был ниндәй һүҙҙәр?

а) тамырҙаш б) төрлө тамырлы

Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған?

а) июлгә, лагерҙа, частҡа б) повестең, жюриға, негрға

в) нефтте, лагерҙа, часта

Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған?

а) киоскҡа, Бресҡа, властта б) танкының, артисҡа, Минскиға

в) металлдар, класста, кросстар

Эш-се, ер-лек, клас-таш һүҙҙәрендә ялғауҙар ниндәй төркөмгә ҡарай?

а) яһаусы ялғау б) үҙгәртеүсе ялғау

Эш-кә, ер-ҙе, клас-тар һүҙҙәрендә ялғауҙар ниндәй төркөмгә ҡарай?

а) яһаусы ялғау б) үҙгәртеүсе ялғау

Ҡала-лар, бала-лар, кеше-ләр һүҙҙәрендә ниндәй үҙгәртеүсе ялғауҙар өҫтәлгән?

а) күплек б) эйәлек заты в) килеш ялғауы

10. Мәктәп-кә, бала-ның, ауыл-да һүҙҙәрендә ниндәй үҙгәртеүсе ялғауҙар өҫтәлгән?

а) күплек б) эйәлек заты в) килеш ялғауы

Көньяҡ, ҡулъяҙма, аҡбуҙат ҡушма һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

а) ҡушыу юлы б) ҡабатлау юлы в) ҡыҫҡартыу юлы

г) парлау юлы д) бәйләү юлы

Бала-саға, дуҫ-иш, ир-ат ҡушма һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

а) ҡушыу юлы б) ҡабатлау юлы в) ҡыҫҡартыу юлы

г) парлау юлы д) бәйләү юлы

Башҡорт лицейы, бала саҡ, ер еләге ҡушма һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

а) ҡушыу юлы б) ҡабатлау юлы в) ҡыҫҡартыу юлы

г) парлау юлы д) бәйләү юлы

Исем, сифат, һан, алмаш, рәүеш, ҡылым - былар ниндәй һүҙ төркөмдәр?

а) үҙ аллы һүҙ төркөмдәре б) ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

Айнур, Ағиҙел, Өфө.Был ниндәй исемдәр?

а) яңғыҙлыҡ б) уртаҡлыҡ

16. БДУ, ҡурай еләге, аҡҡош, бала-саға исемдәре яһалышы яғынан нисек атала?

а) тамыр б) яһалма в) ҡушма

4-се сирек

1. Эшләй, уҡый, һөйләй ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

а) үткән заман б) хәҙерге заман в) киләсәк заман

2. Эшләне, уҡыны, һөйләне ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

а) үткән заман б) хәҙерге заман в) киләсәк заман

3. Эшләр, уҡыр, һөйләйәсәк ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

а) үткән заман б) хәҙерге заман в) киләсәк заман

4. Йөрөйҙәр, йүгерәләр, атлайҙар ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

а) берлектә б) күплектә

5. Яҙам, яҙабыҙ ҡылымдары ниндәй затта?

а)1-се затта б) 2-се затта в) 3-сө затта

6. Яҙаһың, яҙаһығыҙ ҡылымдары ниндәй затта?

а) 1-се затта б) 2-се затта в) 3-сө затта

7. Яҙа, яҙалар ҡылымдары ниндәй затта?

а) 1-се затта б) 2-се затта в) 3-сө затта

8. Уҡый, яҙҙы, эшләне ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

а) үҙ аллы ҡылымдар б) ярҙамсы ҡылымдар

9. Уҡый ине, яҙа башланы, эшләй торҙо. Аҫтына һыҙылған ҡылымдар ниндәй төргә ҡарай?

а) үҙ аллы ҡылымдар б) ярҙамсы ҡылымдар

10. Кит, баҫ, тор ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

а) тамыр ҡылым б) яһалма ҡылым в) ҡушма

11. Өмөт итәм, көс һалды, көн күрә ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

а) тамыр ҡылым б) яһалма ҡылым в) ҡушма

12. Һана, хушлаш, башла ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

а) тамыр ҡылым б) яһалма ҡылым в) ҡушма

13. Уйна, көл, шаяр ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә?

а) бойороҡ б) хәбәр в) шарт г) теләк

14. Уйнаһам, көлһәм, шаярһам ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә?

а) бойороҡ б) хәбәр в) шарт г) теләк

15. Уйнамаҡсы булдым, көлөргә итәм, шаяраһым килә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә?

а) бойороҡ б) хәбәр в) шарт г) теләк

16. Уйнайым, көләм, шаярам ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә?

а) бойороҡ б) хәбәр в) шарт г) теләк

17. Уҡы, уҡығыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта?

а) 1-се затта б) 2-се затта в) 3-сө затта

18. Уҡы, уҡығыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

а) берлектә б) күплектә

19. Яҙасаҡ, уҡырһың, һөйләрбеҙ хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

а) үткән заман б) хәҙерге заман в) киләсәк заман

5 класс, башҡорт әҙәбиәте

1-се сирек

Башҡортостан Республикаһы гимнының композиторы кем?

а) Фәрит Бикбулатов б) Фәрит Иҙрисов в) Вәхит Иҙрисов

Р. Ниғмәтиҙең “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғырында ниндәй ҙур байрам тураһында һүҙ бара?

а) белем көнө б) уҡытыусылар көнө в) Республика көнө

3. “Белем алыу - ...... менән ҡойо ҡаҙыу” мәҡәлендә ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

а) көрәк б) энә в) һәнәк

4. Лира Яҡшыбаеваның “Бәхетең үҙең менән” хикәйәһе ниндәй һөнәр тураһында?

а) уҡытыусы б) төҙөүсе в) һатыусы

А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһендә: “Ул ерҙә ятҡан сәтләүекте тапҡас, типкеләп ҡарай... ул һуҡыр сәтләүектәрҙе алмай”, - тигән юлдар ниндәй йән эйәһе хаҡында?

а) йылан б) тейен в) алйырҙан

6. А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһендә: “Ул ҡыҫҡа ғына аяҡтары менән шыбырлап ерҙә йөрөргә генә белә”, - тигән юлдар ниндәй йән эйәһе хаҡында?

а) йылан б) тейен в) алйырҙан

7. Персонаждың тышҡы ҡиәфәтен, кисерештәрен, көнкүреш шарттарын, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү нисек атала?

а) йәнләндереү б) сағыштырыу в) тасуирлау

Ниндәй әҫәрҙә бәләкәй Мотаһар атаһының һуғыштан ҡайтҡанын көтә?

а) Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл” б) Ф.Аҡбулатова “Атай икмәге”

Мотаһар иҙәнгә нимәләр төшөрә?

а) ат б)картуф в) көлсә

Тел - тере шишмә – үлмәгән,

Бөгөнгә еткән.” Был юлдар ниндәй шиғырҙан алынған?

а) Б.Бикбай “Урыҫ теле” б)Б.Бикбай “Туған тел” в)Р.Ғарипов“Туған тел”

11. “Ер! Ут! Һыу! Һауа!” тураһында ниндәй шиғырҙа һүҙ бара?

а) Б.Бикбай “Урыҫ теле” б)Б.Бикбай “Туған тел” в)Р.Ғарипов“Туған тел”

Рәми Ғарипов кем ул?

а) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы б) Башҡортостандың халыҡ шағиры

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.” Был юлдар ниндәй шиғырҙан алынған?

а) Б.Бикбай “Урыҫ теле” б)Б.Бикбай “Туған тел” в)Р.Ғарипов“Туған тел”

14. Д.Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһендә Фәғилә апай Әсләмгә кем ул?

а) апаһы б) әсәһе в) өләсәһе

15. Д.Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһендә Фәғилә апай Йәтимәк ауылының нисәнсе йортонан һуғышҡа китә?

а) 34 б) 35 в) 36

2-се сирек

«Алпамыша батыр” әкиәтендә Алпамыша байҙан нимә һорай?

а) алтын б) ат в) ирек

Батшаның өсөнсө шарты ниндәй була?

а) Ҡарабатыр менән көрәшеү б)ҡулса аша уҡ үткәреү в)аждаһаны үлтереү

Әминбәк нисә һөнәргә өйрәнә?

а) бер б) ике в) өс

Ата-әсәһе Әминбәккә ниндәй һөнәргә өйрәнергә ҡуша?

а) һатыусы б) төҙөүсе в) яҙыусы

Ер аҫтынан Әминбәк ниндәй һөнәре ярҙамында сыға?

а) скрипкала уйнау б) яҙыу яҙыу в) сатраш уйнау

Батша булып китеүҙә Әминбәккә ниндәй һөнәре ярҙам итә?

а) скрипкала уйнау б) яҙыу яҙыу в) сатраш уйнау

Сәлмәнгә атаһынан ниндәй бүләк ҡала?

а) балта б) бысҡы в) кәйлә

Урыҫ танышы Сәлмәнгә көлдө нимәгә алмаштыра?

а) картуф б) икмәк в) аҡса

Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәтендә халыҡ нимәнән көлә?

а) ҡурҡаҡлыҡтан б) ялҡаулыҡтан в) әҙәпһеҙлектән

Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтендә егет айыуҙы нисек язалай?

а) ҡойроғон өҙә б) башын саба в) уҡ менән ата

Бал ҡорттары егет янына ни өсөн баралар?

а) бал бирәләр б) бергә урманда йәшәйек тиҙәр в) үҙ яныңа ал тиҙәр

Башҡорт халыҡ әкиәттәре тематикаһы буйынса нисә төркөмгә бүленә?

а) ике б) өс в) дүрт

Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте ниндәй төркөмгә ҡарай?

а) батырҙар тураһында б) тылсымлы в) тормош-көнкүреш

Ҡара ат, алға ҡара, ҡара менән яҙа. Был һүҙбәйләнештәрҙә ҡара һүҙе нимә булып килгән? Был ниндәй күренеш?

а) синоним б) омоним в) антоним

Ҡалаһы бар, халҡы юҡ,

Диңгеҙе бар, һыуы юҡ. Йомаҡтың төрөн билдәлә?

а) хайуандар тураһында б) техника тураһында в) аң-белем тураһында

16. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” Был мәҡәл ниндәй төргә ҡарай?

а) тәбиғәт тураһында б) тыуған ил тураһында в) хеҙмәт тураһында

17. Салауат Юлаев кем ул?

а) милли батыр б) милли герой в) милли ҡурайсы

3-сө сирек

С. Суринаның “Ҡышты ҡаршылағанда” әҫәрендә ниндәй хайуан,“Быйыл ҡыш булмай,” - тип йөрөй?

а) терпе б) тейен в) ҡуян

2. “Башҡортостан сиген үтеү менән,

Тыуып үҫкән ергә етеү менән”

Был юлдар Рәми Ғаиповтың ниндәй шиғырынан алынған?

а) “Туған тел” б) “Башҡортостан” в) “Һабантурғай”

3. Кем ул Мостай Кәрим?

а) Башҡортостандың халыҡ шағиры б) Башҡортостандың халыҡ сәсәне

в) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Мостай Кәрим ниндәй районда тыуған?

а) Салауат б) Шишмә в) Миәкә

Мостай Кәрим исеме нисек мәңгелләштерелгән?

а) мәктәп исеме б) ҡала исеме в) самолет исеме

Түбәндәге әҫәрҙәрҙең ҡайһыһының авторы Мостай Кәрим?

а) “Өс таған” б) “Беҙҙең өйҙөң йәме” в) “Әсәйем фатихаһы”

Өс таған” повесында нисә малай тураһында һүҙ бара?

а) 2 б) 3 в) 4

Бөркөтлө ауылындағы кешеләр нимә тураһында хыялланалар?

а) байлыҡ тураһында б) сәйәхәт тураһында в) бәхет тураһында

Өс таған” повесында малайҙар нимәне ҡотҡарырға һүҙ бирәләр?

а) тауҙы б) ауылды в) йылғаны

Өс таған” отрядының башлығы итеп кем һайлана?

а) Айҙар б) Ғабдулла в) Вәзир

Вәзирҙе ни өсөн отрядтан сығаралар?

а) һуғышҡаны өсөн б) алдашҡаны өсөн в) урлашҡаны өсөн

12. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” поэмаһының авторы кем?

а) Рәшит Солтанғәрәев б) Рәшит Назаров в) Рәшит Ниғмәти

13.“Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” поэмаһында ҡыҙ атаһына ниндәй һорау бирә?

а) ниндәй ул Ватан? б) нимә ул Рәсәй? б) нимә ул Ватан?

Ана шул ер - ........

Ана шул ил - ........шиғырҙы дауам ит.

а) тыуған ил б) тыуған ер в) тыуған ил

тыуған ер тыуған ер тыуған ил

Арҡайым тураһындағы әкиәттең исеме нисек?

а) “Урал ере” б) “Урал тәбиғәте” в) “Урал иле”

Тимер ҡаҙыҡ улына ниндәй исем ҡуша?

а) Ер батыр б) Ил батыр в) Ел батыр

Тимер ҡаҙыҡ ҡатыны, ҡыҙҙары менән нимәгә әүерелә?

а) ҡояшҡа б) йондоҙға в) айға

4-се сирек

Заһир Исмәғилев кем ул?

а) шағир б) композитор в) яҙыусы

Йәмил Мостафиндың “Ыласын” әҫәре кем тураһында?

а) летчик б) танкист в) кавалерист

3. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә – моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама..... Был юлдар М.Кәримдең ниндәй шиғырынан?

а) “Уҡытыусыма” б) “Билдәһеҙ һалдат” в) “Ҡайын япрағы тураһында”

4. Али Карнайҙың “Турғай” әҫәрендә ҡоштар ни өсөн бер урынға йыйылалар?

а) байрам үткәрер өсөн б)байрамға әҙерләнер өсөн

в) байрамға вәкил һайлар өсөн

Ярыш ваҡытында ҡарлуғастың башын ниндәй ҡош суҡып ҡаната?

а) ҡарға б) һайыҫҡан в) кәкүк

6. Ҡарлуғасҡа ниндәй ҡош ярҙам итә?

а) сыйырсыҡ б) күгәрсен в) турғай

7.“Европа-Азия” тураһында ниндәй әҫәрҙә яҙылған?

а) А.Карнай “Турғай” б) З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”

в) С.Агиш “Турыҡай”

8. “Теге биш нөктә бөтөнләй яҡынлашты. Уларҙың бөтәһе лә һоролар, ҡыҫҡа йыуан муйынлы бүреләр ине” был юлдар ниндәй әҫәрҙән?

а) А.Карнай “Турғай” б) З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”

в) С.Агиш “Турыҡай”

9. Зөлфәр Хисмәтуллиндың “Урман ҡунағы” хикәһендә олатаһы яғына ҡунаҡҡа килгән малай ниндәй хайуанды ҡарарға ярҙам итә?

а) ҡуянды б) боланы в) ҡоралайҙы

10.Сәғит Агиштың “Турыҡай” әҫәрендә Турыҡай ниндәй ат?

а) ҡолон б) айғыр в) бейә

Турыҡай йылҡыларҙы ниндәй хайуандарҙан ҡотҡара?

а) айыуҙарҙан б) төлкөләрҙән в) бүреләрҙән

Фәрит Иҫәнғоловтың Хәмит һәм Вәлит тураһындағы хикәйәһе нисек атала?

а) “Хәмит менән Вәлит” б) “Хәмит күпере” в) “Вәлит күпере”

Хәмит менән Вәлиткә аталары ниндәй васыят әйтеп ҡалдыра?

а) донъяла исемең ҡалырлыҡ итеп йәшәргә б) бай йәшәргә

в) кеше араһында кәм-хур булмаҫҡа

Йәшәне инде шунда бер үләт ялҡау! Шыр тиле ине, мәрхүмең. Байғош ҡына булһа ла, маҡтаныуҙан башҡаны белмәй торғайны,” был характеристика кемгә тура килә?

а) Хәмиткә б) Вәлиткә в) икеһенә лә

Муса Йәлил ниндәй халыҡ шағиры?

а) башҡорт б) татар в) ҡаҙаҡ



в формате Microsoft Word (.doc / .docx)
Комментарии
Комментарии на этой странице отключены автором.